Все новости
МАТБУҒАТ
20 Июня , 09:15

Ныҡ яратабыҙ

“Юшатыр” гәзитенә яҙылғандар араһында бүләктәр уйнатыу дауам итә. Сираттағы бүләгебеҙ Күмертауҙа йәшәүсе Ғәлиә апай Әмироваға эләкте.

Ныҡ яратабыҙ
Ныҡ яратабыҙ

- “Юшатыр”ҙы ҡыуанып алдырабыҙ. Йома һайын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Бабайым менән гәзиттең һәр битен уҡып сығабыҙ. Ныҡ яратабыҙ. Үҙем Шәбағыш ауылында тыуып, шунда үҫтем, хәҙер Күмертауҙа йәшәйбеҙ. Шулай булғас, беҙгә ҡала ла, район да яңылыҡтары бик яҡын һәм ҡыҙыҡ. Бүләк отҡанды белгәс, шул тиклем ҡыуандым, ейәнсәрем София менән икәүләп килдек. Ҙур рәхмәт һеҙгә, киләсәктә лә шулай ҡыуандырып тороғоҙ. Эшегеҙҙә ҙур уңыштар юлдаш булһын. Артабан да “Юшатыр” менән бергә оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерергә яҙһын беҙгә. Иң мөһиме илдә тыныслыҡ урынлашһын, балалар йәтим ҡалмаһын, яугирҙәр имен-һау әйләнеп ҡайтһындар ине, тип теләйбеҙ, - ти Ғәлиә апай.

Автор:
Читайте нас: