Гәзиткә яҙылыу осоро (июль-декабрь) тамам тиһәң дә була, ни бары ике көн генә ҡалды. Аҙ ғына ваҡыт тиер инең, әммә ике тәүлек - оҙон мәл кеүек, ҡай саҡ кешегә нимәлер эшләргә, әйтергә өлгөрөр өсөн бер секунд та етә.
...Элекке һымаҡ әпәләнеүҙәр, спонсор-ғәләмәт эҙләү, ниндәйҙер түрәгә ялыныу булманы. Быныһы әллә дөрөҫ, әллә юҡ, ысынында, үҙебеҙ ҙә белмәйбеҙ. Беҙҙе үҙҙәре теләп алдырһындар, яратып уҡыһындар ине тигән ниәт алға сыҡты. Ҡыҙғаныс, уҡыусыларыбыҙҙың күп кенәһе менән хушлаштыҡ, улар беҙҙе лә, туғандарын да, яҡты донъяларҙы ла ҡалдырып китеп барҙылар.
Некролог, ҡайғы уртаҡлашыуҙарҙы йыш баҫабыҙ, уларҙы баҫҡан һайын был ғүмерҙәрҙең бигерәк ҡыҫҡа икәненә нығыраҡ төшөнәбеҙ. Ҡунаҡ ҡына булған донъяларыбыҙҙа бер-беребеҙҙе ҡәҙерләп, көстө юҡ-барға, ваҡ ығы-зығыға тәләфләмәй, йәшәп ҡалғы килә. Кем тормошона беҙҙе кереткән, үҙе лә беҙҙең яҙмыш ишектәрен туҡылдатмай асҡан - гәзиткә яҙылған, оло рәхмәт. Ғүмеребеҙ ағыштарын бергә тыңлағанығыҙ өсөн рәхмәт.
Ул бит хатта ике көн дә түгел, ни бары бер секунд ваҡыт кеүек.
Быйылғы һуңғы бүләгебеҙ - ошо мендәр.