Все новости
МАТБУҒАТ
5 Июля , 11:46

Күңелдәр таҙа булһын

Йәмле, ҡояшлы көнгә йылылыҡ, яҡшы кәйеф өҫтәп редакциябыҙға Түбәнге Бабаларҙан Ринат менән Рәзилә Искәндәровтар килеп керҙе.

Күңелдәр таҙа булһын
Күңелдәр таҙа булһын

Килеп тә инделәр, шаяртыу, ихлас йылмайыуҙары менән беҙҙең кәйефтәрҙәе бермә арттырып та ебәрҙеләр. Ысынында улар отҡан бүләктәре артынан килгәндәр, тик бер-беребеҙҙе күптән белгән таныштар кеүек был турала онотолоп йәшәйеш, донъя хәле тураһында ихласлап һөйләшеп алдыҡ та киттек.
- Ике ул, бер ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, оло тормош юлына баҫтырҙыҡ. Мин инде хаҡлы ялда, колхозда һауынсы булып эшләнем, атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, тигән исемем дә бар, - тип йылмайҙы Рәзилә апай.
- Ысынмы, - беҙ ауылда үҫкән балалар өсөн, ябай ауыл эшсәндәренә ошондай оло баһа биргәндәрен ишетһәк, был исемде үҙебеҙ алғандай ҡыуанабыҙ, ғорурланабыҙ.
- Аллаға шөкөр, хаҡлы ялға сыҡһам да бөгөнгө көндә лә колхозда эшләп йөрөйөм, ауыл кешеһенә өйҙә тик ятыу килешмәй ул, - тип һүҙгә ҡушылды Ринат ағай.
- Квитанцияға исемде дөрөҫ яҙмағандар, халыҡта мине шулай тип йөрөтәләр, ысынында мин Рәзилә ул. Бүләк отҡаныбыҙҙы белгәс ҡыуандыҡ, яратҡан гәзитебеҙгә беҙҙе ҡыуандырып торғандары өсөн рәхмәт, иҫән-һау эшләгеҙ, - тип теләктәрен теҙеп алып китте апайыбыҙ.
Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа бүләк отоусыларҙы ҡотлап, уларға изге теләктәребеҙҙе юлланыҡ, машина ҡалаға килеп еткәнсе саңға бутала ла ҡуя ( ул яҡтарҙың юлдарын яҡшы беләбеҙ), шуға күрә, машина бысраҡ булһа булһын, күңелдәр һәр ваҡыт бына һеҙҙекеләй таҙа, саф, ихлас булһын, тигән теләктә оҙатып ҡалдыҡ ҡунаҡтарҙы.

Автор:
Читайте нас: