Все новости
МАТБУҒАТ
23 Июля , 14:44

Һулымаһын күңел гөлдәре

- Квитанцияны әллә ҡасан уҡ ҡатын машинаға, редакцияға индереп китереһең тип, һалып ебәргәйне, онотоп тик йөрөйөм.

Һулымаһын күңел гөлдәре
Һулымаһын күңел гөлдәре
Рәсүл абзый беҙгә шулай тип килеп инде. Ҡотлоюл ауылы уҙаманы ул, әле пенсияла. Нимә тотоп, нимә бирергә белмәй, һыу һибә торған һауытты сығарҙыҡ, көн торошо ниндәй, баҡсаға һыу һибергә лә бирмәй, тәҡәтте ҡоротто. Рәсүл Аҡһаров, шулай ҙа, бүләк лейканы ихлас ҡабул итте. Ысынында, бындай кешеләргә нимә бирһәң дә күп булмаҫ - үҙебеҙҙең кешеләр.
- 26 йыл буйы ауылда киномеханик булып эшләнем. Кина күрһәтә торған кешенең эше еңел тип уйлайҙыр кемдер, ауыр ғына ул. Алты ай һайын экзамен алып торҙолар, был эштең күҙгә күренмәгән әтнәкәләре күп... Районда киномеханик булғандар китеп бөттө... - абзыйыбыҙҙың йөҙөнә бер аҙ моңһоулоҡ ята, әммә оҙаҡҡа түгел, шунда уҡ йәнләнә, - Ермолаевонан яңы фильмдар алып ҡайта инек, бер заман үҙемә Урал мотоциклы биреп ташланылар. Барһам, иң шәп киноларҙы миңә, ышанып, биреп ҡайтара инеләр, пленканы өҙмәй, һаҡсыл күрһәтә инем. Иң үтемле фильмдар ниндәй булды? Индийский инде. 
Фәимә апайығыҙ менән биш бала үҫтерҙек, әле бөтәһе лә башлы-күҙле булып бара, бәләкәсе туғыҙҙы бөттө. Ауылда магазин да тотабыҙ. Пенсияға сыҡҡас, тик ятып булмай бит инде тип, фермер булайыммы икән тип йөрөһәм, Ҡотлоюлда магазин юҡ икәне иҫкә төштө (Райпоны япҡайнылар). Магазин астыҡ. Беҙҙән һуң да асҡандар булды. Бының эше лә мәшәҡәтле, әлбиттә (көтәсәккә алғандың артынан йүгереп йөрөүе ҡыйын), шулай ҙа күңелгә ятҡан эш. Бына, ауылға барған юлдар ғына асыуға тейә, ҡасан да булһа уны ремонтларҙармы икән? Ә ҡалғаны... Шөкөр итеп йәшәйбеҙ. Һуғыш ҡына бөтһөн, ҡалған проблемаларҙы йырып сығырбыҙ.  
Беҙҙең биргән бүләк баҡсағыҙҙағы гөлдәрҙе һулытмаһын, уныһынан мөһимерәге - күңел гөлдәрегеҙ һулымаһын, Рәсүл абзый, Фәимә апай. 
Автор:
Читайте нас: