Все новости
МАТБУҒАТ
18 Сентября , 16:43

Иҫән генә булайыҡ

Киләһе йылға яҙылыу башланды. 

Иҫән генә булайыҡ
Иҫән генә булайыҡ

Квитанциялар ҙа килә башланы, иң беренсе булып Яңы Мораптал ауылынан килде квитанция - 84 йәшлек инәйҙән, Аллаһ уға сәләмәтлек бирһен. Ә уңарсы булмай, Яҡшымбәттән хат алдыҡ:

- Көйөргәҙе ауылы егеттәре Йәүҙәт Биҡкузин, Фаил Биҡкузин һәм Ҡотлоюлдан Иҙрис Боҫҡановтар сәсеү алдынан ужым бойҙайын тейешле кимәлгә еткереп, эшкәртеү өҫтөндә эшләйҙәр. Ял итеү ваҡытында яратҡан гәзиттәрен дә уҡып алалар.
Йәүҙәт Биҡкузин, Көйөргәҙе ауылы:
- “Юшатыр”ҙы яҙҙырабыҙ ҙа, интернет аша ла уҡыйбыҙ. Бик мәғлүмәтле гәзит. Бөтә мәғлүмәттәр ҙә оператив рәүештә яҙылыуы менән оҡшай. Һәр ваҡыт алдырабыҙ һәм һәр һанын да яратып уҡып барабыҙ.
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы

Беҙҙең менән булғандар киләһе йылда ла беҙҙең менән бергә ҡалыр, тип ышанабыҙ, барыбыҙҙы ла иҫәнлектән генә айырмаһын. 

Автор:
Читайте нас: