Хәйер, кем әйтһен, үҙебеҙ шулай тип йыр һуҙып ултырыр мәлгә етеп барабыҙ:
Олоғайған һайын ҡояш иртә байып,
Һуңлап ҡына ҡалҡа көттөрөп.
Оҙон уйлы төндәр, ҡырҡ әйләнә мендәр,
Ғүмеркәйҙәр уҙа йүгереп.
Алда - Ололар көнө, ни ғәләмәт, элек шул да булған байрам тигән ише (йәшлек максимализмы, үҙем ғүмерҙә ҡартаймам тигән алйоттарса уй) ҡабул ителә һымаҡ ине, әле аңлау килде: ошо байрам, ысынында, беҙҙең илдәге, ғөмүмән, Ер шарындағы иң кәрәкле байрамдарҙың береһе ул.
Ололарҙы ниңә ололарға кәрәк, мәктәптән үк өйрәтһәләр ҙә, аҡыл һуң килә, беҙҙе тәрбиәләгән, үҫтергән, мең михнәт күреп, яланда, заводта, тағы әллә ҡайҙарҙа эшләгән, йүнле ял да күрмәгән, эш тип, бала тип, күп донъя рәхәтлектәренән ваз кискән инәй-бабайҙар алдында беҙ баш эйергә тейешбеҙ. Үҙҙәре иҫән сағында, рәхмәттәр әйтеп, хөрмәт күрһәтеп өлгөрөп ҡалыу - беҙҙең бурыс.