Все новости
МАТБУҒАТ
3 Октября , 07:29

Рөстәм Вахитовҡа алмаш кәрәк

Теге көн Илкәнәйҙән дәртләнеп ҡайттыҡ.

Рөстәм Вахитовҡа алмаш кәрәк
Рөстәм Вахитовҡа алмаш кәрәк
"Айыҡ ауыл" үткәрҙеләр, һүҙ юҡ, һәр саҡтағыса төплө әҙерләнгән илкәнәйҙәр, юҡты бар итеп йәшәп яталар, бер йылы балалар майҙансығы яһап ултырҡайнылар, әле килһәк, спорт майҙансығы ла барлыҡҡа килгән, майҙаны ҙур ғына, байрам шунда булды.
Халыҡ ауылда яй ҡуҙғала тип, сара 12-лә башланыр булһа ла, кешеләргә 12-се яртыла килегеҙ тип әйткәндәр. Йәнәһе, һеҙ ҡыбырлағансы, ун ике булып та китер. Ҡайҙа! Әйткән ваҡытҡа бар Илкәнәй килеп тә баҫҡан, дөрөҫөрәге, ултырған. Жюриға тип әҙерләнгән иң арыу урындарға ла ултырышып бөткәндәр, тегеләре килгәс, аптырап баҫып торҙо: беҙ ҡайҙа ултырайыҡ икән? Таптылар - йүгертә һалып, өҫтәмә ултырғыстар алып килделәр. Ысынында, был байрам уларҙың - ауыл халҡының - байрамы, улдары яуҙа йөрөгән ата-әсәләр бар (Илкәнәйҙән 14 һалдат әле фронтта), ғүмере буйы ауыл хужалығында бил бөккән ололар күп, байрамдың төп хужаһы һеҙ, тимәк, урынығыҙ түрҙә булырға тейеш.
Ҡотланыусылар күп булды, ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Зөлфиә Араптанова (уны силсәүиттә эшләй тип әйтмәҫһең, шулай итеп кейенгән - торғаны менән Өфөнән килгән атҡаҙанған артист, әйткәндәй, ул да йырланы, тауышына һандуғас көнләште) һеҙгә лә һүҙ бирәйемме тип белеште. Юҡ тинек, беҙҙән башҡа ла телдәре телгә йоҡмаҫтар күп килгән, халыҡты йонсотмайыҡ. Әммә... Сәхнәгә мендек. Бының етди сәбәбе бар ине. Илкәнәйҙә, әле бала ғына булыуына ҡарамай, беҙҙең гәзитте алдырған малай бар. Айҙар. Уға кескәй генә бүләкте бирмәй ҡайтып китһәк, һуңынан ғүмере буйы үкенер инек. 
- Илкәнәй ауылы халҡы - бик матур халыҡ, ябай, эскерһеҙ, ихлас. Әмәле тап килгәндә, ауыл башлығы тураһында ла әйтеп китәйем: Рөстәм Вахитов райондағы иң шәп башлыҡтарҙың береһе, иң шәбе булмаһа әле. Матур итеп телмәр һөйләй, башҡалар кеүек эшләгенән, бәлки, күрһәтә белмәйҙер, әммә, ышанығыҙ, ун йылдан артыҡ күҙәткән тәжрибәнән сығып әйтәм: Рөстәм Минийән улы булдыҡлы етәксе. 
Ауылда быйыл бер бала ла тыуманы тинегеҙ, ҡыҙғаныс, ләкин башты эйеп, төшөнкөлөккә бирелмәйек, һеҙҙә, Рөстәм абзыйға алмашҡа, бынамын тигән егеттәр үҫеп килә. Айҙар, мен әле бында... Бына ул  - Айҙар МӨХӘМӘТШИН. Туғыҙынсы класта ғына уҡый, өләсәһенән таптырып, "Юшатыр"ға яҙыла. Әле һөйләшеп торҙоҡ, бик зиһенле бала. Уңыштар теләйбеҙ һиңә, Айҙар, милли гәзиткә мөҡиббән булыуың рухлы икәнеңде лә күрһәтә. Аллаһ бирһә, Илкәнәйең, илең ғорурланырлыҡ ир булып үҫеп етергә яҙһын. Рөстәмдәргә лә алмаш кәрәк. 
Автор:
Читайте нас: