Йылды шулай икегә бүлеп ҡарайбыҙ, гәзитебеҙгә яҙылыу шулай бүленгән, тәүҙә бер яртыһы, унан икенсеһе. Йылы нимә, үҙебеҙҙең йәндәр ярылырҙай хәлдә, нимә өсөн икәнен аңлатыуы артыҡ.
Ғәҙәттәгесә, бөгөн тағы ла бүләктәр күтәреп ҡайттыҡ. "Юшатыр"ға 2025 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылғандар араһында уйнатабыҙ. Кем нисек ҡабул итер, беҙҙең ҡарашҡа, арыу ғына бүләктәр алдыҡ кеүек. Иң мөһиме, шулай ҙа, бергә булыу, барыһының да яныбыҙҙа иҫән-имен булыуы. Яҡшыға өмөт итеп, һеҙҙән квитанциялар көтөп, артабан ярғыланмай, яртышар-яртышар йәшәүҙәрҙән туҡтап, бер бөтөн булып ғүмер итә башларбыҙ тигән өмөттә ҡалабыҙ.