Матбуғатҡа яҙылыуҙың ҡыҙыу мәле бара тип әйтергә ярайҙыр, шөкөр, беҙгә тоғро булғандар артабан да хыянат итмәҫтәренә оҡшаған.
Уҡыусыларыбыҙҙан квитанциялар килә тора. Бөгөн сираттағы бүләкте уйнаттыҡ, ул Яҡшымбәт ауылынан Минзәлә Ялсығолова өлөшөнә төштө. Ҡотлайбыҙ һәм бүләгегеҙҙе килеп алыуығыҙҙы һорайбыҙ.