Сираттағы бүләгебеҙ уның өлөшөнә төштө. Элегерәк редакцияға үҙе лә килеп китә ине, хәҙер бәйләнеш телефон аша, шылтыратып хәлдәрҙе белешеп тора инәйебеҙ.
Ул беҙҙе ҡәҙерле ҡунаҡтарын көткәндәй тәҙрәнән күҙен алмай, күреү менән ҡул болғап сәләмләне.
- Шул тиклем көтөп алам бит мин Юшатырымды, килгәс ҡат-ҡат уҡып сығам, бөтә яңылыҡтарҙы һеҙҙең аша белеп ултырам. Әлдә һеҙ бар әле, иҫән-һау ғына эшләгеҙ, беҙҙе гел шулай ҡыуандырып тороғоҙ, мин гәзитте бүләк өсөн дә алдырмайым. Һеҙҙең юҡ ваҡытығыҙҙы бар итеп килеп, оло кешенең күңелен күреп, миңә иғтибар бүлеүегеҙгә ҙур рәхмәт. Эшегеҙ еңелдән түгел, шуға ҡарамаҫтан бар ергә өлгөрәһегеҙ, тырышаһығыҙ, оло кешеләрҙе ҡыуандырып тораһығыҙ, - инәйебеҙ беҙҙе маҡтап алып китте, хатта уңайһыҙлыҡтан үҙебеҙҙе ҡайҙа ҡуйырға белмәй ҡаушап ҡалдыҡ. Ошондай тоғро гәзит уҡыусыларыбыҙҙың ихлас күңелдән әйткән маҡтау һүҙҙәре, йылы теләктәр беҙҙең өсөн юғары баһаларҙан, маҡтау ҡағыҙҙарынан күпкә ҡәҙерлерәк.
- Бына ята минең Юшатырҙарым, барыһы ла гел эргәмдә, - тип диван эргәһендәге өҫтәленә күрһәтә, унда гәзитебеҙ өйөлөп киткән. Инәйебеҙ беҙҙе сәй табынына әйҙәне, оло ҡунаҡтарҙай күреп, өҫтәлгә нимә ҡуйып нимә алырға белмәй өтәләнә.
-Гәзитте алдырыу ғына түгел, түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Бер көнгә тотҡарланһа почтальонға шылтыратып таптыра башлай. Инде гәзитте ҡулына алғас, уны бер генә тапҡыр түгел, әллә нисә ҡат уҡып сыға, һәр мәҡәләһенә анализ яһап, яңылыҡтарҙы белеп, беҙгә әйтеп ултыра - ти Фәүзиә инәйебеҙҙең балалары.
- Шәп саҡтарымда йыш барҙым инде Юшатырға, бер мәл бүләк отторорға тип барғанда бигерәк күңелле булды, ауылдан үҙем үҫтергән ауырлығы киллограмдан артыҡ булған помидорҙарымды тейәп барҙым, шул саҡ помидорҙарымды аптырап тотоп ҡарағандары һаман хәтерҙә, ул ваҡыттағы фотоларҙы әле булһа ҡәҙерләп һаҡлайым, алып ҡарайым да иҫтәлектәргә биреләм. Олоғайҙым инде, балаларыма, уларҙың балаларына һоҡланып, уңыштарына шатланып ултырам, Аллаға шөкөр. Ҡәҙерен белеп кенә йәшәһәң сәхрә икән был донъя тип уйлап ҡуям. Алла бирһә, илдәр тиҙерәк тынысланһын, һеҙ иҫән-һау ғына эшләп йөрөгөҙ, - тип оҙатып ҡалды инәйебеҙ.
Ә беҙ үҙебеҙҙең исемдән Фәүзиә Ҡасим ҡыҙына иҫәнлек, һаулыҡ, ғаилә именлеге, тағы оҙаҡ йылдар гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы булып йәшәүен теләнек һәм 100 йәшлек юбилейында осрашырға һүҙ ҡуйыштыҡ.