Бигерәк тә, үҙебеҙҙең ауылыбыҙ халҡы тураһында яҙылһа, ҡыуанышып уҡыйбыҙ.
Гәзиттең 39-сы һанында, Ололар көнөнә арналып, сыҡҡан “Хәтирәләрҙе яңыртып” мәҡәләһе өсөн рәхмәт һүҙҙәремде еткерергә булдым. Унда авторы булған Миңлегөл Ханбәкова Абдул ауылының әбей-бабайҙарының фотоларын теҙеп яҙғайны. Мәҡәлә ике бит тулып, матур итеп яҙылған. Һәр беребеҙ фотола йылмайышып ҡарап ултырабыҙ. Оло кешеләргә күп кәрәкме ни, үҙебеҙҙе гәзит битендә күреп ныҡ ҡыуандыҡ. Беҙҙе ихтирам итеп, һәр беребеҙгә иғтибар бүлеп яҙғаны өсөн Миңлегөлөбөҙгә ҙур рәхмәт. Беҙҙе ҡыуандырғаны өсөн Аллаһы Тәғәлә үҙен һөйөндөрһөн. Уға һәм дә ғаиләһенә именлек, һаулыҡ теләйбеҙ. Ике ҡыҙы ла ғаиләләре менән матур итеп донъя көтәләр, киләсәктә лә Миңлегөлдө ҡыуандырып ҡына йәшәһендәр.
Миннинур СӘЙФЕТДИНОВА, Абдул ауылы