"Юшатыр" ға яҙылған Люциә Сөләймәноваға тәғәйен бүләк ине ул. Уҡытыусы кеше уҡытыусы инде, бик матур теләктәрен теләне:
- Үҙ йырҙарыбыҙҙы йырлап, үҙ телебеҙҙә һөйләп үҙ арбабыҙҙа барайыҡ!
Арттырып, өҫтәп әйтерлеге булманы. Тәгәрмәстәребеҙ бик шәп тәгәрләмәһә лә, ҡай саҡ, майы етмәй, шығырлап алһа ла, беребеҙ ҙә төшөп ҡалмай, һыйынышып ҡына үҙ арбабыҙҙа күңелле итеп барайыҡ әле.
Ҡотлайбыҙ, Люция Рамаҙан ҡыҙы!