Все новости
МАТБУҒАТ
12 Ноября , 13:27

Рәхмәт, Арис, рәхмәт, Алексей.

Камера алдында күптән ултырған юҡ ине.

Рәхмәт, Арис, рәхмәт, Алексей.
Рәхмәт, Арис, рәхмәт, Алексей.
Элегерәк йыш саҡырҙылар телевизорға төшөргә, һуңғы йылдарҙа һирәк кенә түгел, бөтөнләй саҡырмай башлағайнылар. Заман башҡа - заң башҡа булып киттеме, белмәйбеҙ. Бөгөн, бына, барып ултырҙыҡ. Арис телекомпанияһына. Алексей Ширнин, белеме, аң-зиһене буйынса ныҡ үҫешкән кеше, башҡортса һөйләшә, уҡый-яҙа белмәһә лә, теманы яҡшы белә. Шуға әңгәмә шыма барҙы, беҙгә әллә ни оҡшап етмәгән кеүек булһа ла, алып барыусы, киреһенсә, шәп килеп сыҡты, тине. 
...Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың күбеһе ауылды булыуы, унда ла хәҙер халыҡтың аҙ ҡала барыуының бәкәлгә һуғыуын, ҡалалағылар инде, күбеһенсә руссаға күсеүен, ҡайһы берәүҙәр интернетҡа ғына мөҡиббән китеп, ҡағыҙ версиянан баш тартыуын... ҡағылмаған тема ҡалманы. Интернет тигәндән, Алексей һеҙҙең төркөмдө ҡарап барам, ҡай саҡ һеҙҙән дә темалар алабыҙ тип ҡанат үҫтереп ебәрҙе. Бик етеҙ эшләйһегеҙ. Шулай булмай, республикала ҡала гәзиттәре араһында (рус теллеһе лә ошо төркөмдә) беҙ гел тәүге унау иҫәбенә керәбеҙ тип бер аҙ ҡупрайып киттек...
Нисек йәшәйһегеҙ бөгөн тигән һорауы ғына саҡ ҡына уйға һалды, ҡапыл ғына нимә тип әйтергә белмәнек. Гәзит - шул уҡ кеше һымаҡ, "Юшатыр" (тимәк, унда эшләгән журналистар) шулай уҡ тере организм, көлгән мәлдәр була, илағаны... Ауырыған саҡтар ҙа булғылай. Тән түгел, күберәге йән һыҙлай. 
Ҡыҫҡа итеп әйткәндә, егерме минутта барыһын һөйләп бөтөп булмаһа ла, әйтә алғанса әйттек. Күңел бушап ҡалғандай булды. Бөгөн беҙҙең серҙәш булғаның өсөн рәхмәт, Арис, рәхмәт, Алексей.
Автор:
Читайте нас: