-3 °С
Облачно
Дөрөҫөрәге уны үҙебеҙ алып барып, "Юшатыр" гәзитенең тоғро уҡыусыһы Гөлназ Хәмитоваға тапшырып ҡайттыҡ. Бөгөн районда "Талантлылар иле" балалар конкурсы үтте. Ул был матур сараға "Мораптал егеттәре" ансамблен алып килгәйне.
- Гәзитте яратып уҡыйым. Йыл да "Юшатыр"ға яҙылам, квитанцияларҙы ла гел ебәреп торам. Был юлы бүләк отҡаныма сикһеҙ шатмын. Аҙаҡҡы ваҡытта ҡалаға барырға бер ҙә юл төшмәй ине, үҙегеҙ алып килеүегеҙ икеләтә шатлыҡлы. Ҙур рәхмәт! Бар йөрәктән һеҙгә сәләмәтлек, көс-ҡеүәт һәм иң мөһиме ижади уңыштар теләйем, - тине Гөлназ Хәмитова. Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа тоғро уҡыусыбыҙға уңыштар теләнек. Киләсәктә лә бергә һәм берҙәм булайыҡ!