Һәр йорт ҡосаҡ-ҡосаҡ гәзит алдырған замандар һағындырып үткәндә ҡалһа ла, арабыҙҙа был матур йоланы һаҡлаусылар аҙ түгел.
Интернет тормошобоҙға нығыраҡ инә бара, шулай ҙа гәзитте ҡулға тотоп уҡыу тәмен баһалағандар байтаҡ әле. Почтальон һөнәре лә элеккесә кәрәкле булып ҡала, халыҡ гәзит килгән көндө көтөп ала. Көйөргәҙе районына эш сәфәребеҙ мәлендә Яҡшымбәт ауылы почта бүлексәһенә кереп, үҙ эшен яратып башҡарған замандаштарыбыҙҙы күреп сыҡтыҡ.
Почта бүлексәһе етәксеһе Лариса Бикмәева әйтеүенсә, улар 10 ауылды хеҙмәтләндерә, алты почтальон был эште башҡара.
Үҙ эшен яратҡан почтальондарҙың береһе Гүзәл Ибраһимова Яңы Юл һәм Ҡотлоюл ауылдары халҡына гәзит-журнал тарата. Барлығы 34 йортҡа матбуғат баҫмаларын ташый. Был тарафта “Башҡортостан” гәзитен алдырыусылар байтаҡ ҡына булыуы беҙҙе айырыуса һөйөндөрҙө.
– Гәзит таратып сыҡҡансы бер көндә 20 километр юл үтәм. Ҙур араны йәйәүләп йөрөүгә өйрәнеп бөткәнмен. Етәксебеҙ ҙә, эшләгән коллективым да һәйбәт. Шуға эшем дә оҡшай. Гәзит-журнал ғына өләшмәйем, түләү ҡағыҙҙарын халыҡтан йыйып килтереп, түләп, ҡабаттан таратам. Көтөп торалар, рәхмәт әйтеп ҡалалар. Оло йәштә булһалар ҙа, төрлө баҫмаға яҙылыусыларыбыҙ булыуы йәштәргә өлгө. Мәҫәлән, 90 йәштән үткән Миңлебанат Яманһарова бер нисә гәзит алдыра. Уларҙы әле булһа күҙлекһеҙ уҡый, – тип һөйләне Гүзәл Арыҫлангәрәй ҡыҙы.
Гәзитебеҙҙе уҡыусыларыбыҙға еткереүселәр – почтальондар менән осрашыу күңелдә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Улар ҙа мөһим һәм кәрәкле эш башҡара – гәзитебеҙҙең “эҫе” генә сағында йорттарға таратылыуы тап улар ҡулында. Һыуыҡ, ямғыр, ҡар тимәй үҙҙәренең эшен тырышып башҡарған һөнәр эйәләренә рәхмәт белдерәбеҙ.
Автор фотолары.
Көйөргәҙе районы.