-4 °С
Облачно
Был һорау бер мине генә борсомайҙыр, тип уйлайым.
Төн уртаһында ҡалала, йәки районда берәй нимә булһа: шатлыҡлы хәбәрме ул, ҡайғылы, борсоулы хәл булһынмы, иртән тороп һеҙҙең интернет биттәренә инһәң, һеҙҙә был мәғлүмәт тора. Шул тиклем моментально, минутында килеп сыға ул һеҙҙә.
Шуға уйлап, уйлап ятам да, һеҙ нисек эшләйһегеҙ икән, тип аптырап ҡуям. Төн һайын берәмләп дежур итәһегеҙме икән инде, ул яңылыҡтарҙы ҡайҙандыр белеп, табырға ла кәрәк бит әле, тапҡас ҡуя һалырға кәрәк. Әллә һеҙ бөтөнләй йоҡламайһығыҙ микән, тип тә уйлап ҡуям.