Все новости
МАТБУҒАТ
28 Ноября , 16:42

Беренсе тапҡыр ебәрҙем

Сираттағы бүләгебеҙ Илкәнәй ауылында йәшәүсе Ғәлимә Сафароваға юлланды.

Беренсе тапҡыр ебәрҙем
Беренсе тапҡыр ебәрҙем

- Матбуғатҡа яҙылыу осоро башланғас та “Юшатыр”ға, аҙаҡ башҡа гәзит-журналдарға яҙылып ҡуям. “Юшатыр”ыбыҙҙы сыға башлағандан бирле алдырам, ә квитанциямды беренсе тапҡыр ебәрҙем һәм, ниһәйәт, бүләк отоп ҡыуандым. Ҙур рәхмәт, редакция хеҙмәткәрҙәре! Гәзиттә сыҡҡан мәҡәләләр менән дә ҡыуандыраһығыҙ, төрлө конкурстар үткәреп бүләктәрегеҙ менән дә һөйөндөрәһегеҙ. Киләсәктә лә уҡыусыларығыҙ, дуҫтарығыҙ күп булып, улар һеҙҙе, һеҙ уларҙы ҡыуандырып ҡына йәшәргә яҙһын. Уңыштар һеҙгә. Яратҡан баҫмабыҙҙың ғүмере оҙон булһын! – ти Ғәлимә Сафарова.

Автор:
Читайте нас: