-4 °С
Облачно
Йәштәр хәҙер күбеһе телефонда ултырғас, гәзит тип иҫтәре китмәй, тик гәзитте ҡулға алып, тотоп уҡыуға бер нимә лә етмәй. Юшатыр гәзитен аҙна һайын һағынып көтөп алам. Килеп етеү менән тәфсирләп, бер ултырыуҙа уҡып сығам, унда таныштарым, яҡындарымды күрһәм, иҫтәлеккә тип ҡәҙерләп һалып ҡуям. Бүләк өсөн яҙҙырмайбыҙ гәзитте, шулай ҙа сираттағы бүләк тап минең тыуған көнөмдә, минең өлөшкә төштө, тимәк шулай насип булғандыр. Юшатырҙарҙың бүләгенә ныҡ ҡыуандым, уны ихласлап ҡабул иттем. Рәхмәт Юшатырҙар, тырышып эшләйһегеҙ, беҙгә бар яңылыҡтарҙы еткереп тораһығыҙ, артабан да бергә булырға яҙһын, - ти Зөбәржәт Ҡәҙерғолова.
"Юшатыр"ға яҙылыу дауам итә.