Все новости
МАТБУҒАТ
4 Декабря , 14:02

Бөтәһе лә Лира Шәфҡәт ҡыҙы һымаҡ булһа!

Илкәнәй ауылы почтальоны Лира Ҡолоева кеүек.

Бөтәһе лә Лира Шәфҡәт ҡыҙы һымаҡ булһа!
Бөтәһе лә Лира Шәфҡәт ҡыҙы һымаҡ булһа!
...Редакцияға ла аҙнаһына бер булһа ла хат ташыусы килә. Ҡулында ҡай саҡ һеҙ яҙған хаттар ҙа була. Почтальон ҡатын күҙгә ялбарыулы ҡарай: берәй нәмә һатып ал! Тәүге көндәрҙә, йәлләп, печенье-ғәләмәт булһа ла ала инек (кешенең күңеле булһын), аҙаҡ туҡтаныҡ. (Ауыҙынан гәзиткә яҙыл тигән бер һүҙ сыҡманы). Был һаман инәлә: кофе ал. Юҡ, рәхмәт. Нәски?..
Лира Шәфҡәт ҡыҙын ауылдаштары ла ул эшкә килгәс тә маҡтай ине, шул хәтлем эшен ярата тип, беҙ ҙә быға инандыҡ. Л. Ҡолоева нәски тураһында ғына уйламай, кешенең рухи байлығы тураһында ҡайғырта. "Юшатыр" гәзитен димләп, яҙҙыра. Әле бына егерме һигеҙ квитанция ебәргән. Эх, почтальон апайҙар, бөтәгеҙ ҙә уның һымаҡ булһағыҙ, нәскиһеҙ аяғыбыҙ өшөһә өшөр, уның ҡарауы, йәнебеҙ йылы булыр ине.
Рәхмәт, Лира Шәфҡәт ҡыҙы, беҙҙең рәхмәтебеҙ һеҙҙең тормошоғоҙҙа ярҙам булып ҡайтһын. 
Автор:
Читайте нас: