Все новости
МАТБУҒАТ
12 Декабря , 12:42

Ауылдан ҡунаҡ килде

Ҡунаҡтың да ниндәйе!

Ауылдан ҡунаҡ килде
Ауылдан ҡунаҡ килде

Яҡшымбәт мәктәбенең бишенсе класс балалары. Бала тип әйтеп ҡара, белмәгән нәмәләре юҡ, даирәләре киң, һөйләшеүҙәре лә өлкән кеше һөйләшеүенән бер тамсы айырылмай - аҡыллы балалар.
...Юлда килгәндә автобустың тәгәрмәсе тишелде, тине уҡыусылар. Шуға саҡ ҡына һуңланыҡ. Ҡурманығыҙмы һуң тигән һорауға юҡ тип яуап бирҙеләр, ниңә ҡурҡһындар, буласаҡ полицейскийҙар ҙа улар, етмәһә, яндарында апайҙары бар - Рузалия Айҙарова, тап ул "Юшатыр"ға ҡунаҡҡа барайыҡ тип, балаларҙы әйҙәгән.
Яҡшымбәт мәктәбенең полиция класы икән был бишенселәр. Ҙурайғас, полиция булаһығыҙмы, тип белештек (полицияла эшләргә кеше етмәй).
Береһе генә эйе тине, ҡалғандары баш сайҡаны.
- Мин, ҙурайғас, теш врачы булам.
- Ә мин - балалар тәрбиәсеһе
- Блогер булам.
- Бейеүсе...
Редакция буйлап әйләнеп килделәр. Беҙҙең эш урыны - улар өсөн ят донъя, моғайын, ҡыҙыҡ булғандыр тип ышанабыҙ. Һәр хәлдә балаларҙың күңеле булды ахры. Сәй эстек. Рузалия Әхмәҙи ҡыҙы бәлеш алып килгән (уныһы хәтәр тәмле булды), беҙ ҙә, ҡулдан килгәнсә, әҙерләнеп торғайныҡ.
- Мин кексты оҫта бешерәм, -балалар өҫтәл артында аш-һыуға булған оҫталыҡтары менән бүлешә башланы.
- Мин туҡмасты шәп жарить итәм.
- Мин ҡоймаҡ ҡоя ғына беләм...
Баланың эсендәге - тышында, сәй эскән арала Яҡшымбәттең бөтөн серҙәрен һөйләп бөтә яҙҙылар...

Реортаж гәзиттә иртәгә тулы вариантта баҫыласаҡ.

Автор:
Читайте нас: