Все новости
МАТБУҒАТ
19 Декабря , 12:25

Ваҡытты ашыҡтырмайыҡ

- Бөгөн йома түгелме ни ул?

Ваҡытты ашыҡтырмайыҡ
Ваҡытты ашыҡтырмайыҡ
Йәмилә апайыбыҙ шулай тип килеп инде редакцияға. Яңы сыҡҡан һанды алам тип килгән. Әле кесе йома ғына тигәс, уңайһыҙланып китте, кит инде, көндө бутап йөрөйөм икән. Беҙ хәлдең шулай булыуына әллә кем - һине түҙемһеҙләнеп көтөп торһондар әле! 
- Бөтөн яңылыҡтарҙы "Юшатыр" аша ғына белеп барам, интернетта ултырмайым (интернетһыҙ йәшәгән кешеләр ҙә бар икән, тип уйланыҡ, - бәхетле кеше), ҡат-ҡат уҡып сығам, - Йәмилә Сабанчина апай Күмертауҙа йәшәй, үҙе Ҡотлоюл ҡыҙы, йәш сағында уҡ ҡалаға сығып киткән, КүмАПП-ла, балалар баҡсаһында эшләгән, Нуриман ағай (Кинйә-Абыҙ егете) менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, әле икеһе лә хаҡлы ялдалар икән. Именлек-иҫәнлек теләп, бүләгебеҙҙе тапшырҙыҡ (Йәмилә апай сираттағы бүләгебеҙҙе отҡайны), һәр килгән көндө ҡыуанып ҡаршы алып, ваҡытты ашыҡтармай, ғүмерҙең һәр секундының тәмен татып, йәшәйек әле, апай. 
Автор:
Читайте нас: