Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТ
28 Декабрь 2024, 14:13

Календарҙа - Яҡшымбәт мәктәбе уҡыусылары

Күп баҫмалар Яңы йыл алдынан календарь сығара.

Календарҙа - Яҡшымбәт мәктәбе уҡыусылары
Календарҙа - Яҡшымбәт мәктәбе уҡыусылары
 "Юшатыр" ҙа сығара ине, быйыл килеп сыҡманы. Бер яҡтан, бындай календарь (гәзиттең исеме яҙылған, фотоһы ла кешене ылыҡтырып торһа), шәп нәмә, икенсе яҡтан... Кем хәҙер календарға ҡарап йәшәй икән, смартфоны янында булғанда тигән уй ҙа икеләнеү тыуҙыра.
"Йәншишмә"ләр быйыл календарь сығарған. Фотола - Яҡшымбәт уҡыусылары, бөтөн класы менән балалар гәзитенә яҙылған бит улар - сығармай ҡара! 
Был календарь кескәйҙәр баҫмаһын яратып уҡыған һәр уҡыусыға, әлбиттә, кәрәкле булыр, әммә яҡшымбәттәр өсөн кәрәк кенә түгел, ә иң ҡәҙерле бүләк тә булыр - унда бала саҡтың тарихи бер мәле сағылған. 
Автор:
Читайте нас