Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТ
13 Ғинуар , 16:07

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, КүмАПП директоры ҡотлауы

Рәсәй матбуғаты көнө бөгөн билдәләнә.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, КүмАПП директоры ҡотлауы
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, КүмАПП директоры ҡотлауы

Был көн журналистарҙың, гәзит һәм журнал редакциялары хеҙмәткәрҙәренең, матбуғат баҫмалары нәшер итеүселәрҙең һөнәри байрамы. Илебеҙҙә баҫма һүҙгә һәр заманда ла айырым мөнәсәбәт булған. Бөгөн дә журналистарҙың хеҙмәттәре ихтирам менән баһалана.
Бөгөн беҙҙең редакция хеҙмәткәрҙәрен дә һөнәри байрамы менән Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, КүмАПП директоры Ольга Плохова килде.
- Бөгөнгө байрам гәзит, журналдарҙың йәмғиәт тормошонда мөһим ролен иҫкә төшөрөү өсөн өҫтәмә сәбәп. Кешеләр һәр ваҡыт тикшерелгән, объектив мәғлүмәткә мохтаж. Һеҙҙең яуаплы хеҙмәтегеҙ көндәлек фиҙакәрлекте, оҫталыҡты һәм объективлыҡты талап итә.
Был көндө һеҙгә, гәзит хеҙмәткәрҙәренә, журналистика өлкәһендә уңыштар, һаулыҡ теләйем. Беҙгә гәзит уҡыусыларына һәр ваҡыт маяҡ булып ҡалыуығыҙ мөһим, - тине Ольга Николаевна.
Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа "Юшатыр" гәзитенә тоғро булған уҡыусыларыбыҙға рәхмәт әйтәбеҙ.

Автор:
Читайте нас