Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТ
5 Февраль , 08:02

Уҡытыусыларыбыҙ бүләктәрен алып ҡыуанды

Беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ!

Уҡытыусыларыбыҙ бүләктәрен алып ҡыуанды
Уҡытыусыларыбыҙ бүләктәрен алып ҡыуанды

Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылы мәктәбе уҡытыусылары Гөлнур Ҡотдос ҡыҙы Аҡһарова менән Зөһрә Мәлиҡ ҡыҙы Бирҙина "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының даими яҙылыусылары.

Йыл да журналға ваҡытында яҙылып, "Яҙыл да бүләк от!" акцияһында ҡатнашыу өсөн квитанцияларын ебәреп торалар.

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналын бөтә коллектив менән яҙҙырабыҙ, яратып уҡыйбыҙ. Журналда коллегаларыбыҙҙың эштәре, дәрес өлгөләре ла баҫылып тора. Мәктәп коллективы менән журнал материалдарын үҙ эшебеҙҙә әүҙем ҡулланабыҙ.
Редакция хеҙмәткәрҙәренә ижади эштәрендә ҙур уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ. Баҫманың тиражы йылдан-йыл артһын, уҡыусылары күбәйһен," - тиҙәр улар!

Хөрмәтле коллегалар, һеҙҙе лә республикабыҙҙың уҡытыусылары өсөн баҫылған абруйлы журналына яҙылырға, мәғариф өлкәһендәге яңылыҡтарға хәбәрҙар булып, әүҙем яҙышырға һәм фекер алышырға саҡырабыҙ!

Башҡортостан уҡытыусыһы 

Автор:
Читайте нас