Уны Клара Халикова отто. Клара инәйҙе ихлас ҡотлайбыҙ. “Юшатыр”ҙан отҡан сынаяҡтар йыйылмаһынан тәмле сәйҙәр эсеп, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
- Ҙур рәхмәт бүләгегеҙ өсөн. Шул тиклем шатландым. Ураҙа айҙарында мине ҡыуандырғанығыҙ өсөн Аллаһы Тәғәлә үҙегеҙҙе ҙурлаһын. “Юшатыр”ҙы яратып уҡыйым, һәр һанын көтөп алам. Яратҡан гәзитемде тағы оҙаҡ йылдар алдырырға һәм рәхәтләнеп уҡырға насип булһын миңә. Бик матур эшләйһегеҙ, афариндар. Киләсәктә лә беҙҙе уҡымлы гәзит менән ҡыуандырып тороғоҙ. Эшегеҙҙә уңыштар теләйем. Иҫән-һау булығыҙ, донъяларыбыҙ тиҙерәк тынысланыуын теләйем, - ти Клара Халиҡова.
Хөрмәтле, дуҫтарыбыҙ! Башҡортостанда 2025 йылдың икенсе ярты йыллығына киң мәғлүмәт сараларына алдан яҙылыу осоро бара.
31 мартҡа тиклем Башҡортостан халҡы ҡала һәм район матбуғат баҫмаларын элекке хаҡ буйынса алдырыу мөмкинлегенә эйә.