Юшатыр
Йыл да гәзит алдырам
Исеме уның "Юшатыр".
Ул бит йылға исеме
Бәлки, кемдер аңлатыр.
Йылға, күлдәр була исемле
Улар ҡала ғүмергә.
Быуындан-быуынға күсеп
Йөрөй халыҡ телендә.
"Туғыҙтимер" һыуы аға
Күп ауылдарҙы буйлап,
Уға ҡушыла "Бағырлы"
Дауам итәләр яйлап.
Тал, тирәктәр, өйәнкеләр
Үҫә һыуҙың буйында,
Балыҡтары уйнай унда
Уны тотоу кешеләрҙең уйында.
Дауам итеп аға "Юшатыр"
Үтеп китә бик күп ауылды.
Йыя байтаҡ хәбәрҙәр
Ҡыуандырып халҡымды.
Яратам мин "Юшатыр"ҙы
Уҡыйым белер өсөн яңылыҡ,
Яңылыҡтың төрлөһө бар
Ултырам шуға ҡыуанып.
"Юшатыр"ҙы ҡулыма алып
Уҡып сығам ентекләп
Баһа бирәм яҙғандарға
Ултырам мин ҡеүәтләп.
Йәштәр ултыра телефонда
Беҙгә кәрәк "Юшатыр",
Үҙ телеңдә гәзит уҡыу
Күңелдәрҙе йыуатыр.
"Юшатыр" йылғаһы аға
Ҡамыштары ҡала бөгөлөп,
Йылғаны ла, гәзитте лә
Алам әле иҫкә төшөрөп.
Гәзиттә яҙылғандар
Беҙгә барыһын аңлата,
Йылға һыуы һәр ташын
Йыуып уны таҙарта.
Гөлшат БАЙНАЗАРОВА, Айсыуаҡ ауылы