Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТ
14 Апрель , 12:11

Бары менән байрам

Булғанына шөкөр итеп йәшәргә өйрәндек.

Бары менән байрам
Бары менән байрам

Тормош шулайыраҡ китте: әллә ни юғары хыялдарҙы оноттоҡ, ҡайһы бер пландарҙы ситкә ҡуйҙыҡ - заманы шәптән түгел. Ҡай саҡ (күңел бит, гел уға нимәлер етмәй) эх, шуным булһа ине, быным булһа ине, тегене эшләһәң ине, анау яҡтарға барып ҡайтһаң ине тигән кеүек теләктәр йөрәкте өйкәй, әммә... Тирә-йүнгә күҙ һалаһың да: булғанынан айырма, әлеге бәрәкәттәрҙән мәхрүм итмәһәң, шөкөр, тиһең...
Рустар әйтмешләй, "Не до жиру". Гәзит менән дә шулай: артығына өмөт юҡ, булғанынан яҙмайыҡ.
Киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылыу бара, бөгөн, юрғанға ҡарап, аяҡ һуҙҙыҡ - бүләктәр алдыҡ. Һеҙҙән квитанциялар көтәбеҙ. Бер-беребеҙҙе юғалтмай, кәмемәй киләһе ғүмерҙәрҙә лә, бөтәһенә шөкөр итеп, бергә йәшәйек, туғандар.  

Автор:
Читайте нас