Ҡояшлы көнөбөҙҙө тағы ла йәмләп, редакциябыҙға Зәк-Ишмәт ауылынан Сәриә апай Рәхимова килеп инде.
Юшатыр гәзитенең 20 йыллыҡ юбилейына арналған конкурста ҡыҙы Рәйсә Рәхимова менән ҡатнашҡан ине улар.
- Юл төшкәндә кереп редакцияны күреп, беҙ тип көнө-төнө тырышып эшләгән егет-ҡыҙҙарҙы күрәйем, бүләкте лә алып сығайым, тип килдем әле. Үҙегеҙ Зәккә киләһегеҙ, бер генә лә кереп сыҡмайһығыҙ, - Сәриә инәй үпкәләрен дә белдереп өлгөрҙө.
- Зәктә хәлдәр нисек әле?
- Аллаға шөкөр, ауыл гөрләп тора, халыҡҡа эш бар, әлдә ул Әнүәребеҙ бар, уның улы менән килене лә гөрләтеп өмәләр ойоштороп, ауылды йәмләүгә тос өлөш индереләр, бына был аҙна зыяратта өмә була, тип торалар әле.
- Беҙҙең ошо бәләкәй генә бүләгебеҙҙе ҙурҙан ҡабул итеп алығыҙ, иҫәнлектә-һаулыҡта, артабан да беҙҙең менән бергә, ошолай итеп күңелле йәшәргә яҙһын һеҙгә, Сәриә инәй!
- Хикмәт бүләктә меней, хикмәт мәҙәктә, тиҙәр бит әле, шуның кеүек, бүләктең олоһо, кесеһе юҡ. Минең өсөн һеҙҙең янға килеп, ошолайтып иркенләп, үҙ телебеҙҙә һөйләшеп, күңел асып ҡайтыуы, ер шарының иң ҙур бүләктәренә тиң. Иҫән-һау эшләгеҙ, ҡыҙҙар, егеттәр, әлдә һеҙ бар, һеҙҙе уҡып бар яңылыҡтарҙы белеп ултырабыҙ. артабан да шулай ижад шишмәләрегеҙ ҡоромаһын, гел бергә, гел күңелле итеп эшләйек, йәшәйек, - тип теләктәрен теҙеп алып китте Сәриә Мәхмүт ҡыҙы.