Төркөм ҙур, уҡыусылары байтаҡ, лайк-майк, комментарий-ғәләмәте лә күп, ә гәзитте алдырыусылар (беҙҙең төркөм рус гәзиттәрен уҙып китһә лә, тираж буйынса улай түгел, нимә сәбәп - аптыраҡ) аҙ. Быныһы бер дәлил. Икенсеһе - беҙ нисек теләһәк тә, гәзиттә баҫылған барлыҡ мәҡәләләрҙе лә бында баҫтырып бөтә алмайбыҙ. Үҙегеҙ күрәһегеҙ, материалдар ныҡ күп, шунлыҡтан ҡайһы берҙәре, күренмәй, күмелеп тә ҡала. Тағы бер дәлиле бар: интернеттың үҙ ҡанундары (ҡыҫҡа, оператив материалдарҙы биреү), гәзиттең (әле ул йәшәй икән) - үҙенеке.
Шуға үпкә белдермәгеҙ, гәзиткә яҙылығыҙ, унда "тере" материалдар, һеҙҙең хаттар (быныһы өсөн айырым рәхмәт) күберәк.