Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТ
18 Май , 07:45

Ҡотло булһын юбилейың һинең

Яратҡан гәзитебеҙҙең күркәм юбилейы менән редакция хеҙмәткәрҙәрен һәм уҡыусыларын ихлас күңелдән ҡотлайым!

Ҡотло булһын юбилейың һинең
Ҡотло булһын юбилейың һинең

Хәйерле көн, хөрмәтле редакция!

Яратҡан гәзитебеҙҙең күркәм юбилейы менән редакция хеҙмәткәрҙәрен һәм уҡыусыларын ихлас күңелдән ҡотлайым! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, профессиональ уңыштар, ижади ҡаҙаныштар теләйем! Ҡәләмегеҙ һәр саҡ үткер, фекерегеҙ тос булһын!

Юбилейға бәйле конкурс тамамланһа ла, хатымды ебәреп Һеҙҙе ҡотларға булдым әле.

ЮШАТЫРҒА – 20!

Ҡотло булһын юбилейың һинең,
Янып йәшә шулай, “Юшатыр”!
Ҡыуандырһын матур яңылыҡтар
Оҙаҡ йылдар беҙҙе күп тапҡыр.

Яҙмаң менән һәр бер уҡыусыңа
Эшләйһең һин бары изгелек.
Баҫмаларҙы уҡымай туған телдә
Йәшәгәнбеҙ нисек беҙ элек?

Яңылыҡ, хәтирәләр сәхифәңдә,
Урын алған ҡотлауҙар ҙа хатта.
Нисек өлгөрәһең яҙып йәһәт,
Тораһыңмы әллә һин гелән һаҡта?

Булһын бары хәбәрҙәрең изге,
Тиражың да артһын, ишәйһен!
“Юшатыр”ҙың яҙмаларын уҡып,
Фәһем алып оҙаҡ йәшәрбеҙ!

Иң изге теләктәр менән Яҡшымбәт ауылынан Нурзилә Ғәлиева

Автор:
Читайте нас