Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТ
20 Май , 17:07

Тәүге бүләк

Һауыт-һаба йыйылмаһы түгел, автомобиль алып килеп биргәнбеҙме ни, һикереп төшөп бейерҙәй булып ҡыуанды ла китте.

Тәүге бүләк
Тәүге бүләк

- Мин ғүмеремдә лә бер ҡайҙа ла бер нимә лә отҡаным булманы, - шулай тине Ирина Ибраһимова, район хакимиәтенең административ комиссияһы яуаплы сәркәтибе. Китсәле, уны нисәмә йыл беләбеҙ, шунса йыл «Юшатыр»ҙы алдыра, фекерен әйтә, ә беҙҙән бүләк отҡаны булманы икән ни?

- Ысын миңәме ул?- Ирина Ринат ҡыҙы һаман ышанмай, ҡумтаны тотоп-тотоп ҡарай, - алдамайһығыҙҙыр?

Һай, кешенең күңеле, ошо йыйылманы, бик кәрәкһә,  үҙе лә магазиндан  барып ала ала, наҡыҫ заманда йәшәмәйбеҙ, ә, ана ҡалай, бүләк тигәс, ерҙән айырылып, осоп китерҙәй булып ҡыуанды.  Уның кәйефе беҙгә лә күсте.

- Ирина Ринат ҡыҙы, беҙҙе кәңәштән, ярҙамдан айырмай (теге йәки был саранан мәғлүмәт, фото менән уртаҡлаша), нисәмә йылдар гел яндаһығыҙ, ошо кескәй генә бүләкте ҙурҙан ҡубып ҡабул иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Тормош иптәшегеҙ, балаларығыҙ, Миәкә яҡтарынанмы, Яҡшымбәт тарафтарынанмы, ҡайҙан булһа ла килгән туғандар, дуҫтар менән мул табын артында ултырып, шул мәлдә беҙҙе лә онотмай, йәшәргә яҙһын һеҙгә, - тинек, -ғүмерегеҙҙә отҡан тәүге бүләкте биреүсе беҙ икән, артабан, беҙҙеке артынан, икенсеһе, өсөнсөһө, дүртенсеһе... булһын. Ә быларынан да мөһимерәге: яҙмыш бүләк иткән ҡиммәттәрҙән –  һаулыҡтан, туғандар йылыһынан, уларҙың терәгенән айырмаһын.

 

Ҡәҙерле дуҫтар, беҙ һеҙҙән дә квитанциялар көтәбеҙ.

Автор:
Читайте нас