Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТ
23 Май , 13:40

Килеп күрҙем

- Ниһәйәт, һеҙҙе килеп күрергә яҙҙы.

Килеп күрҙем
Килеп күрҙем

Бигерәк матур ерҙә ултыраһығыҙ икән. Әлдә бүләк артынан килергә сәбәп булды. Үҙегеҙҙе күреп, аралашып, рәхмәттәремде еткерергә насип булды.
Яҡут ауылынан Таңһылыу апай Исламғолова шулай тип килеп керҙе. Ул беҙҙең бик күптәнге тоғро уҡыусыбыҙ, дуҫыбыҙ. Гәзитебеҙҙең һәр һанын тәфсирләп уҡып, хаталар булһа төҙәтеп, маҡтауҙар булһа йылы һүҙҙәрен йәлләмәй, гелән хаттар яҙып тора. Әле бына бөгөн дө, аяғыбыҙҙы ергә тейҙермәй маҡтап алды ла китте.
- Үҙебеҙҙең халыҡ гәзит алдырмағанын күреп күңел әсенә. аҙ ғына аҡса арттырып бер яҙылдың да, шунан рәхәтләнеп уҡы ғына. "Юшатыр" гәзитебеҙ бигерәк матур сыға бит. Шул тиклем эстәлекле, эсе тулы яңылыҡ, рәхәтләнеп уҡырлыҡ. Бар яңылыҡты гәзит аша уҡып, белеп торабыҙ. Рәхәмт инде һеҙгә, беҙҙе ҡыуандырып, төрлө конкурстар ҙа ойоштороп тораһығыҙ, яҙған хаттарымды ла гел генә кире ҡаҡмай баҫаһығыҙ, иҫән-һау эшләгеҙ. Артабан да бергә булайыҡ, - тип өшөп ултырған күңелдәргә йылы өрҙө лә ҡуйҙы Таңһылыу апайыбыҙ.
Беҙ ҙә апайыбыҙға теләктәребеҙҙе, рәхмәттәребеҙҙе еткереп, ошондай уҡыусыларыбыҙ күберәк булһа ине, тип оҙатып ҡалдыҡ.

Автор:
Читайте нас: