Ғәлиә Хәйбуллина кер йыуыу порошогы отто. Әллә ниндәй ҙур бүләк отҡандай ихлас ҡыуанды ул.
- Бүләктең ҙуры, бәләкәйе булмай. Өлөшөмә төшкәненә ныҡ шатмын. Ҙур рәхмәт. Гәзиттә сыҡҡан мәҡәләләр менән дә ҡыуандыраһығыҙ, төрлө бүләктәрегеҙ менән дә һөйөндөрәһегеҙ. Киләсәктә лә уҡыусыларығыҙ, дуҫтарығыҙ күп булып, улар һеҙҙе, һеҙ уларҙы ҡыуандырып ҡына йәшәргә яҙһын. Уңыштар һеҙгә. Яратҡан баҫмабыҙҙың ғүмере оҙон булһын! – тине Ғәлиә Әхтәм ҡыҙы.