Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТ
12 Июнь , 09:42

Эстән матур тыштан йәмһеҙ булмай

- Ҡуйсәле, фотоға төшөрмә, ауыл ҡатынының эше бөтәме, мал араһында йөрөйөм, ул арала башҡа мәшәҡәте көтөп тора, уныһына йүгерәм, быныһына сабам, өҫ-башты ҡараған юҡ, төшөрмә.

Эстән матур тыштан йәмһеҙ булмай
Эстән матур тыштан йәмһеҙ булмай

Сәмәрә апай теге саҡ шулай тип баш тартты үҙен фотоға төшөрәм тип яфалағас. Булмағанды әйтте, эстән матур кеше тыштан ямаҡ булмай, бигерәк тә, эш тип янып йәшәгән ауыл ҡатын-ҡыҙы тураһында һүҙ барғанда килешһеҙ, йәмһеҙ һүҙе бөтөнләй урынһыҙ.. Беҙ белгәне бирле (Сәмәрә Рыҫҡолованы 2000 йылдан бирле беләбеҙ – аҙ ғүмер түгел) тормош иптәше менән хәләл көскә генә, тимәк, үҙҙәренә генә ышанып ғүмер итәләр -  донъя етеш булһын, балалар бәхетле йәшәһен.

- Фәритем сирләп алды, әйтеп торабыҙ, кәмет умарталарыңды, юҡ, тыңламай, шул бал ҡорто тиһәң, донъяһын онота, тотоп алып булмай үҙен, урман-ҡырҙарына сыға ла китә, - апайыбыҙ бер юлы үҙен борсоғандарҙы теҙә. Беҙ ҙә күп нимәнең айышына төшөнөр йәшкә еткән кеше, теманы дауам итәбеҙ:

- Иҫәнлек булһын, апай, эшләр эштәребеҙ, уларҙы башҡарырға көсөбөҙ булһын, күреп торабыҙ ҙа: донъялар ана ҡалай булып китте... Бала ҡайғылары килтермәһен. Һәр ваҡыт үҙеңә лә, әлегеләй, йүгереп кенә йөрөргә яҙһын...

Яңы Таймаҫ ауылынан Сәмәрә Рыҫҡолова, беҙҙең конкурста ҡатнашып, бүләк отҡайны. Ул саҡта, бүләкте алып барғас, һүрәткә төшмәгәйне, бына әле төшкән. Дөрөҫөн әйткәндә, айырмаһын күрмәнек, теге саҡта ла матур ине, әле лә шулай матур. Матур тормошоғоҙҙа Фәрит абзый, балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ (“уууу, улар ҡайтһа, ишек алдына һыймайҙар”) менән бергә оҙон-оҙаҡ йылдар, иҫәнлектә, артабан да матур итеп йәшәргә яҙһын һеҙгә, апай. 

Ул конкурсҡа ошо шиғырын ебәргәйне:

Халыҡсан "Юшатырға" - дан!
Бәйге булһа ла, булмаһа ла
“Юшатырға” яҙылам.
Йәнле гәзит биттәрендә
Бөтә донъя сағылған.

Район-ҡала тормошо,
Яҡташтарҙың яҙмышы,
Төрлө тыуған мәсьәләләр,
Уға ҡарата фекерҙәр -
Барыһы ла төплө, тапҡыр
Һәр бер биткә һыйынған.

“Юшатырҙың” һәр баҫмаһы
Бәрәкәтле, ырыҫлы.
Уҡып ҡына кинәнмәйһең,
Уйындары – отошло.

Сәпитле итте “Юшатыр”,
Кәстрүлде лә оттоҡ беҙ.
Тағы ла байтаҡ уҡыусыһын
Иғтибары менән йылытты!

Йәшә, ”Юшатыр”, гөрлә,
Ышаныслы алға бар!
Донъя матбуғатында
Яңы үрҙәрҙе яула!
Матур, изге хәбәрҙәрең
Тултырһын гәзит битен,
Һәр бер йортҡа бәрәкәт,
Ҡыуаныстар килтерһен!

«Юшатыр»ға яҙылыу тамамланыуға саҡ ҡына ваҡыт ҡалды, кем киләһе ярты йылда ла матур кешеләр тураһында мәҡәләләр уҡығыһы килә – ашығығыҙ!

Автор:
Читайте нас: