Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТ
14 Июнь , 08:13

Үҙебеҙҙе яратайыҡ

Бөгөн - Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө.

Үҙебеҙҙе яратайыҡ
Үҙебеҙҙе яратайыҡ

Йылына әллә нисә ул, Рәсәйҙеке бар, ә быныһы Башҡортостандыҡы, дәрттәре булғаны СССР-ҙыҡын да байрам итеп ала.
Байрамдар күп булған һайын, уның бәҫе кәмей, ҡәҙере бөтә, был йәһәттән беҙҙең хәлдәр нисек? Төрлөсә. Ҡотлағаны ҡотлай, ҡотламағаны, бөтмәҫ быларҙың байрамы тип, яндан үтеп китә, ә кемеһелер бөтөнләй иғтибар итмәй. Күңелдә башҡа ғәм.
Беҙҙең ғәмгә килгәндә, ил ни уйлай, нимә өсөн борсола - шул. Әле бит нисек? Туҫтаҡ күтәрәме кеше, доға ҡылам тип, ҡулдарын битенә күтәрәме, бер генә теләк теләй: ил тынысланһын, егеттәр иҫән ҡайтһын. Беҙҙең дә бар теләгәнебеҙ ошо. Ҡасан матәмдәрҙән яҙылған репортаждарҙы туҡтатырбыҙ?
Был оло ҡайғы янына үҙебеҙҙең бәләкәй бәләбеҙ ҙә ҡушыла - артабан ни булыр милли матбуғат менән? Бөтөп барабыҙ кеүек. Һуғыш ҡына йотмай беҙҙе, башҡаһы ла йота. Күренмәгән фронттағы юғалтыуҙар ҙа байтаҡ.
Һин үҙеңде яратһаң, һине башҡалар ҙа яратыр тиҙәр. Ошо хаҡиҡәтте иҫтә тотоп йәшәп ятыш. Байрамыбыҙ менән беҙҙе! 

Автор:
Читайте нас: