Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТ
17 Июнь , 14:28

Даланлыларға уңыш йылмая!

Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылынан Рәүфил Яҡупов «Китап» байрамында "Йәшлек" гәзитенә яҙылып, "Башҡортостан Республикаһы" дәүләт нәшриәте ойошторған лотереяла сымһыҙ ҡолаҡсындар отто!

Рәүфил Фаяз улы хаҡлы ялын яратҡан шөғөлөнә - ауыл хужалығы өсөн кәрәкле техника төҙөүгә арнаған. Һораған кешеләргә, ауылдаштарына бесән сапҡыс, тырма, һабан кеүек тракторға таҡмалы ҡорамалдар, хатта бәләкәй генә тракторҙар ҙа эшләп-төҙөп бирә ул. Бүләк ҡолаҡсындар интернеттан өйрәтеүсе видеояҙмалар ҡарағанда, материалдар эҙләгән саҡта оло ярҙам булыр, ти йүнсел хужа.

Әйткәндәй, Рәүфил ағайҙың ошо уҡ квитанцияһы редакцияла уҙған отошта ла уйнатыласаҡ. Кем белә, бәлки тағы ла уңыш йылмайыр!

"Йәшлек" менән бергә ҡалығыҙ, дуҫтар!

Автор:
Читайте нас: