Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТ
23 Июнь , 17:27

Өмөтөбөҙ - һеҙҙә

Гөлнира Ибәтуллина (Рахманғолова). Һирәк осрай торған исем.

Өмөтөбөҙ - һеҙҙә
Өмөтөбөҙ - һеҙҙә

Беҙҙең сираттағы бүләгебеҙҙе отоусы апайыбыҙҙың исеме һирәк исем кеүек булһа ла, уны белмәгән кеше юҡтыр. 30 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға биргән кеше ул. Яҡуп ауылы мәктәбендә химия менән биология фәндәрен уҡытҡан.
- Тормош иптәшем Зөфәр мәктәптең директоры булды, үҙем Яҡшымбәт ҡыҙы мин, кейәүгә Яҡупҡа сыҡтым. Өс балабыҙ бар, - әңгәмәбеҙ оҙаҡҡараҡ һуҙылып киттеме, таяғына таянып, быға саҡлы тышта торған Зөфәр абзый үҙе лә килеп инде, - хаҡлы ялға сыҡҡас, Ермолаевоға күсеп киттек... Тормоштар, Аллаға шөкөр, арыу ғына бара. Ара-тирә сирләп алһаҡ та, шөкөрана ҡылып, ғүмер итәбеҙ. Бынауы һуғыш бөтһөн тип теләйбеҙ... Башҡорт телен ҡыҫалар ул беҙҙә барыбер, шуныһы һиҙелә, беҙ русса бер һүҙ белмәһәк тә, уҡып, кеше булып сыҡтыҡ. Үҙем ауыл хужалығы институтын бөттөм, хыялым уҡытыусы булыу ине, шуға, төп профессиям итеп балаларға белем биреүҙе һайланым. "Юшатыр"ға Күмертауҙа йәшәгән ҡыҙым яҙылды, минең өсөн, Ермолаевола почта гәзитте алып килмәй ине, русса гәзит кенә бар, башҡортсаһы юҡ ти ҙә ҡуя ине...
Яуырынға ятҡан йөктөң ауырлығын күптән беләбеҙ, ошондай шарттарҙа (Көйөргәҙе властары беҙҙең төп гәзит рус телендә сыға тип, күбеһенсә уға иғтибар бирә - кем нисек яҙа, эшләй  - мөһим түгел, ситтән килгәнгә өмөттәр аҙ, Күмертауҙыҡын да әйтәһе түгел, башҡортса һөйләшкәнгә аптырап ҡарайҙар, төп гәзиттәре, билдәле, рус телендәгеһе) нисек тә тере ҡалырға тырышҡан көн. Күҙ терәп торған кешеләребеҙ бына ошондай һәйбәт, рухлы апайҙар.
- Иҫәнлек һеҙгә, апай-абзый, бала ҡайғылары кисермәй, бәрәкәтле, имен тормошта оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын һеҙгә. 

Автор:
Читайте нас: