Айгөл Өмөтбаева Күмертау дауаханаһында эшләй. Йыл да, еңмешләнеп, «Юшатыр»ға яҙыла икән. Дауахана системаһында рус гәзитенә яҙыл тип көсләйҙәр (күп ерҙәрҙә шулай, был турала властарға күпме тыҡыма, ишетмәйҙәр), ә Айгөл һымаҡтар (ҡыҙғанысҡа, ундайҙар күп түгел) юҡ, беҙгә башҡорт баҫмаһы кәрәк тип, үҙенең һүҙен һүҙ итеп ҡуя.
Бүләгебеҙҙе алды ул. Үҙебеҙҙең кеше тип ҡуйҙыҡ уның менән һөйләшкәндән һуң, асыҡ, ябай, ихласлығы йөҙөнә сыҡҡан. Әйтһә, әйтә лә ҡуя тиҙәр уның һымаҡтар тураһында.
- Тәүге ирем иртә китеп барҙы донъянан, аҙаҡ подъезд янында ултырған инәйҙәр «Был ирһеҙ оҙаҡ йөрөмәҫ ул» тип ултырҙылар, ысынлап та, шулай булды – икенсегә кейәүгә барҙым.
Аптырарлығы юҡ, бындай сибәр ҡатын ниңә яңғыҙ йәшәһен, бигерәк тә, 4 бала тәрбиәләгән кешегә янында иптәш мотлаҡ кәрәк.
- Алдағы ғүмерҙәрҙә лә әлегеләй көләс, дәртле булып йәшәргә яҙһын һеҙгә, Айгөл. Балаларыңда бәхетле булыуынан үҙегеҙ ҙә бәхет даръяһына сумып, ейәндәр һөйөп, бөтәһен һоҡландырып, ғүмер итергә насип булһын. Бер нимәгә ҡарамай, беҙгә тоғро булыуығыҙ өсөн айырыуса рәхмәт.