Был юлы тап уға уңыш йылмайҙы. Редакциябыҙға инеү менән уның мөләйем йылмайыуы беҙҙе үҙенә арбап алды, етмәһә үҙе шул хәтлем һөйкөмлө. Педагог икәне һиҙелеп тора. Гөлфирә Хәйрулла ҡыҙы Абдул ауылы килене, тыумышы менән Яҡуттан. Балаларҙы белем тауына әйҙәүсебеҙ Яҡуп мәктәбендә эшләй.
- Гәзиткә бер ҙә яҙылмай ҡалғаным юҡ, шулай ҙа бүләкте беренсегә отам. Уҙған кесе йома көндө интернет селтәрендә "Юшатыр" гәзите бүләген отҡанымды күреп ҡалып, шатландым. Эшегеҙҙә уңыштар, гәзиттең тоғро дуҫтары тағы ла ишәйһен, ә иң мөһиме һаулыҡ-сәләмәтлек юлдаш булһын, илебеҙгә тыныслыҡ килһен, - тип үҙ теләктәрен юлланы Гөлфирә Хәйрулла ҡыҙы.
Баҫмабыҙҙың һәр бер дуҫына һаулыҡ, имен тормош теләйбеҙ!