Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТ
3 Июль , 08:54

Уҡый-уҡый йәшәргә булһын

"Юшатыр" гәзитенең тоғро уҡыусыһы Рафиға Иҫәнсурина сираттағы бүләгебеҙҙе отто.

Уҡый-уҡый йәшәргә булһын
Уҡый-уҡый йәшәргә булһын

Таймаҫ ауылында йәшәүсе инәйебеҙ, Алла бирһә, август айында үҙенең 85 йәшлек күркәм юбилейын билдәләйәсәк. Уға ошо матур ғүмер байрамын иҫәнлектә-һаулыҡта ҡаршылап, гәзитте уҡый-уҡый оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын.
- Гәзитте һәр ваҡыт түҙемһеҙләнеп көтөп алып уҡыйым. Элек аҙнаһына өс тапҡыр сыҡҡанда, күңеллерәк ине, бер тапҡыр ғына сыға башлауын ауырыраҡ ҡабул иттем. Яратҡан баҫмабыҙҙың ғүмере оҙон, ә хеҙмәткәрҙәре һау-сәләмәт булһындар, - ти Рафиға Сәлих ҡыҙы.
Хөрмәтле оло йәштәге гәзит уҡыусылар, бәләкәй генә үтенесебеҙ бар – тағын да күп йылдар беҙҙе ҡыуандырып йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ.

Автор:
Читайте нас: