Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТ
23 Октябрь , 15:15

Беҙҙе Аптыраҡ та уҡый

Беренсе бүләгебеҙҙе килеп алдылар.

Беҙҙе Аптыраҡ та уҡый
Беҙҙе Аптыраҡ та уҡый

Гүзәл Ишҡолова, М. Рәхимов исемендәге Республика гимназия-интернатының рус теле һәм әҙәбите уҡытыусыһы. Баҡһаң, «Юшатыр»ҙы Мәләүез районында, Аптыраҡ ауылында, йәшәгән атаһына ла алып ҡайта икән Гүзәл Ғәфүр ҡыҙы. Уҡыусыбыҙға эшендә лә, шәхси тормошонда ла уңыштар, ғаилә бәхете теләнек  - әл дә һеҙ бар, дуҫтар, шул иҫәптән, беҙҙең БРГИ, ҡалала бит, беҙҙең өсөн таяныр яуырындар аҙ, һеҙ, М. Исҡужин исемендәге прогимназия, «Айгөл» балалар баҡсаһы. РПЛИ тип өҫтәр инек, улар һүлпәнәйҙе, мөхәббәттәре һүнде.

Нисек булһа ла, төшөнкөлөккә бирелмәй, арҡаларҙы тура тотоп, ары киттек – беҙгә тоғро ҡалған уҡыусыларыбыҙҙан квитанциялар көтәбеҙ.

Автор:
Читайте нас: