Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТ
20 Ноябрь , 12:35

Көнө-төнө теләйем

Сираттағы бүләгебеҙ Кинйә-Абыҙ ауылына юлланды. Уны Әлфиә Рахманғолова отто. Ҡотлайбыҙ!

Көнө-төнө теләйем
Көнө-төнө теләйем

- “Юшатыр” гәзитен бик яратып уҡыйым. Быйыл миңә уны бүләк итеп Свобода ауылы биләмәһе башлығы Фәнис Рахманғолов яҙҙырҙы. Хөрмәте, иғтибары өсөн Фәнис Мансур улына ҙур рәхмәт. Иҫән-һау эшләһен. Аллаға шөкөр, гәзит уҡып ҡына түгел, ә бүләк тә алып ҡыуандым. Редакция хеҙмәткәрҙәренә лә ҙур рәхмәттәремде еткерәм. Киләсәктә лә халыҡты төрлө көнүҙәк материалдар менән шатландырып тороғоҙ. Гәзитебеҙҙең ғүмере оҙон булһын. Илдәребеҙ тиҙерәк тынысланһын инде тип көнө-төнө теләйем, - ти Әлфиә Рахманғолова. Амин, шулай булһын. Тиҙерәк барыһына ла именлектә, тыныслыҡта ғына йәшәргә яҙһын.

Автор:
Читайте нас: