Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТ
1 Декабрь , 11:56

Сираттағы бүләгебеҙ Мәүсилә Әбдрәшитоваға эләкте

Ҡотлайбыҙ!

Сираттағы бүләгебеҙ Мәүсилә Әбдрәшитоваға эләкте
Сираттағы бүләгебеҙ Мәүсилә Әбдрәшитоваға эләкте

Мәүсилә Барый ҡыҙы 83 йәштә. Ул 40 йыл буйы Яңы Мораптал мәктәбендә математика, информатика фәндәрен уҡытҡан хаҡлы ялдағы уҡытыусы. 2022 йылда Күмертауға күсеп килгән. Ике улы ла ғаиләләре менән матур донъя көтәләр. Ҙур улы Өфөлә нефтсе булһа, Яңы Морапталда йәшәүсе кесе улы ғүмер буйы милицияла эшләп хаҡлы ялға сыға һәм әле лә охранала эшләүен дауам итә. Мәүсилә апай биш ейәнсәргә һәм дә ике бүләргә бәхетле өләсәй булып ҡыуанып йәшәй. Киләсәктә лә имен, сәләмәт булып, балаларығыҙ шатлыҡтарына һөйөнөп кенә ғүмер итергә яҙһын һеҙгә, Мәүсилә Барый ҡыҙы.
- Эй, рәхмәт! Шул тиклем ҡыуандым. Бер ваҡытта ла, бер нимә лә отҡаным булманы, ул яҡтан бөтөнләй талант юҡ миндә. Бына, исмаһам, көтөлмәгән ҡыуаныс булды, ҙур рәхмәт! “Юшатыр” гәзите аша районыбыҙҙың барлыҡ яңылыҡтарын да белеп торам. Бик ҡәнәғәтмен гәзит менән, һәр битен, һәр яҙмаһын иғтибар менән яратып уҡып сығам. Ҡыуанысыбыҙ ғүмерле булһын инде, киләсәктә лә бергә булайыҡ, – тип шатлығының сиге булманы Мәүсилә апай.

Автор:
Читайте нас: