Бүләкте һылыуы Эльвира Солтангәрәева килеп алды.
- Әмир ағайым ғүмер буйы Киров хужалығында механизатор булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Әле 70 йәшкә етеп барһа ла күпләп мал тотоп матур донъя көтә. Матбуғатты даими уҡыусы ул. Әсәйебеҙ Зөбәржәт менән икәүләшеп “Юшатыр”ҙы яратып уҡыйҙар. Бигерәк тә һәр материалдың үҙенсә, ауылса һәм ябай тел менән яҙылыуы оҡшай. Ҙур рәхмәт һеҙгә, редакция хеҙмәткәрҙәре. Киләсәктә лә халыҡты төрлө мәҡәләләрегеҙ һәм дә бүләктәрегеҙ менән ҡыуандырып тороғоҙ, - ти Эльвира Солтангәрәева.