- “Юшатыр”ға йыл да яҙылабыҙ һәм түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Гәзитебеҙ аша барлыҡ яңылыҡтарҙы беләбеҙ, төрлө мәҡәләләрҙе лә ҡыҙыҡһынып уҡыйбыҙ. Был юлы ла яҙылдыҡ та квитанцияны юл ыңғайы ғына редакцияға керетеп сыҡтыҡ, бүләк оторобоҙ тип һис тә уйламағайныҡ. Был беҙгә Яңы йыл сюрпризы һымаҡ булды. Көтөлмәгән бүләкте алып шул тикем ҡыуандыҡ, хатта ышанмай ҙа торҙоҡ. Ҙур рәхмәт редакция хеҙмәткәрҙәренә. Иҫән-һау эшләгеҙ, яратҡан гәзитебеҙҙе уҡыусылар күп булып, тиражы бермә артып китһен. Ижади уңыштар һеҙгә! – тиҙәр Байгилдиндар ғаиләһе