

“Юшатыр” гәзите беҙҙең Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһының көҙгөһө! Был баҫмала барлыҡ мөһим саралар, проблемалар, шатлыҡлы, ҡайһы ваҡытта ҡайғылы хәбәрҙәр, донъя, район һәм ҡала яңылыҡтары яҡтыртылып бара. Ауыл хужалғы темаһы, мәктәп уҡыусыларының ҡаҙаныштары, мәҙәниәт өлкәһе, ауыл биләмәлере, дин, спорт буйынса темалар урын ала. Әлеге ваҡытта актуаль булған МХО-лағы яугирҙәребеҙ, ирекмәндәребеҙ, тотош ҡала, ауылдарыбыҙ араһындағы аралашыу күпере бит ул “Юшатыр” гәзите. Гәзитте ҡулға алыу менән, иң беренсе мәҙәниәт битен тәфсирләп уҡып сығам, артабан барлыҡ битен ентекләп ҡарап, мәғлүмәттәр менән танышам. Был гәзит шул тиклем танһыҡ, сөнки тел темаһы һаҡлана. Тел булһа – ил була, тел булһа – мәҙәниәт, дин, халыҡ була, тимәк киләсәгебеҙ була! Редакция хеҙмәткәрҙәренә тырышлыҡ, эштәренә тоғролоҡ, һаулыҡ теләйем.