

Маҡсатыбыҙ, билдәле, гәзиткә яҙылырға, тип, рухтары булғандарҙы әйҙәү.
Кемдәр ниндәй гәзиткә яҙылды тигән һорау тыуғас, һәр кем күңеленә ятҡан гәзитен теҙҙе, кемдер Юшатыр алыр инем, башҡортса аңламайым, тине. Кемдер яратып уҡыйым Юшатырҙы, тип яуапланы.
Исемлек төҙөүгә барып еткәс, лицей директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Эльвира Рәмил ҡыҙы Зөбәйерова эшкә ныҡлап тотондо, һәр береһен, әйҙәләп, башҡорт телендә сыҡҡан гәзитебеҙгә яҙылырға өгөтләне.
Кемдер, зарплата иртәгә генә бит, яңы ғына байрамдар үтте, тип зарланғас, лицей директоры Венер Сабанчин, кемдең аҡсаһы юҡ, мин биреп торам, бөгөн яҙылыу мотлаҡ, тине.
Шулай итеп, бихисап исемлек яҙылған ҡағыҙыбыҙҙы тотоп, лицейҙан ҡанатланып сыҡтыҡ. Рәхмәт, егеттәр-ҡыҙҙар, рәхмәт, Венер Ришат улы.
Бына шулай беҙгә терәк булып, ярҙам итеп тороусылар булғанда, бергә атлау күңеллерәк тә.
Хөрмәтле туғандар, дуҫтар, беҙ ҙә һеҙҙән, РПЛИ коллективынан булған кеүек, әүҙемлек көтәбеҙ.