МАТБУҒАТ
3 Июля , 09:29

Мөхәббәт уттарында ҡайнап йәшәгеҙ!

Был бүләк оҙаҡ ятты...

Мөхәббәт уттарында ҡайнап йәшәгеҙ!Мөхәббәт уттарында ҡайнап йәшәгеҙ!
Мөхәббәт уттарында ҡайнап йәшәгеҙ!

Уларҙы (тағы берәүһе бар) уйнатырға ваҡыт булманы, ярар, ашарға һорамай, ултыра бирһен. Әммә ваҡыт үтә, яҙылыу осоро тамамланды, был бүләкте мотлаҡ, эйәһен табып, тапшырып ҡуйырға кәрәк. 
Бөгөн уйнаттыҡ. Зөбәйерова Эльвира Рәмил ҡыҙына эләкте ул. Үҙе был сюрпризға ихлас ҡыуанһа (ғүмерҙә уйламаған инем, Юшатырҙан бүләк отормон тип), беҙ унан да күберәк шатланғанбыҙҙыр.
Эльвираны күптән беләбеҙ, ҡасан ҡарама, гел көләс, дәртле, өҫтәүенә сибәр (бирһә бирә лә ҡуя икән Хоҙай барыһын). Беҙҙең редакцияға күрһәткән ярҙамдары ла апаруҡ (РПЛИ-ла үткән сараларҙың фотоларын ебәрә, хаттар яҙа, яҙылыу осоронда ла ҙур роль уйнаны). Ҡыҫҡаһы, беҙҙең кеше. Яңыраҡ ҡына тормош иптәше менән өй туйлағандар, ике бәләкәстәре яндарында - ҡатын-ҡыҙҙың бәхете өсөн нимә кәрәк, бөтәһе лә янында. Ошо бәхетенең мәңге һүнмәҫен теләп, йортоғоҙҙа барыһы ла бар, бер генә нәмә етмәй ахры тип, термопот бүләк иттек. Уның эсендә сәй эсергә һәр саҡ ҡайнар һыу булһын, ә һеҙҙең күңелдәрегеҙҙә ғүмерҙә лә һүнмәҫ ҡайнар мөхәббәт уты дөрләһен. Ҡотлайбыҙ!

Автор:
Читайте нас