МАТБУҒАТ
21 Октября , 06:45

Яҙҙырығыҙ!

Ҡунаҡҡамы, Ҡөръәнгәме, ҡайҙа ғына барһам да “Юшатыр” гәзитен яҙҙырығыҙ тип әйтеп йөрөйөм

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҙҙырығыҙ!Яҙҙырығыҙ!
Яҙҙырығыҙ!

Бәләкәй балалар ҙа белһендәр, уҡымаһалар ҙа гәзиттең барлығын күрһендәр тип тырышам. Районыбыҙ һәм ҡалала берҙән-бер башҡорт телендә сыҡҡан гәзит был. Баҫмала бар мәғлүмәт тә яҡтыртыла: һорауҙарға яуаптар ҙа, проблемалар ҙа, шатлыҡ-һөйөнөстәр ҙә.
Яҙҙырығыҙ! 1 мең һум аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ. Ул аҡса бер магазинға барыуға ла етмәй бит. Мин “Юшатыр”ҙы йыям да Илеш, Дүртөйлө райондары, Томск, Ырымбур яҡтарына ебәрәм, унда ла күрһендәр “Юшатыр”ыбыҙҙы. Хатта күстәнәстәрҙе лә гәзитебеҙгә төрөп һалам. Барыһы ла “Юшатыр” барлығын белһендәр, башҡорт хәрефтәре күренһен тип тырышам. Күбеһе электрон вариант уҡыйбыҙ тиер, әммә гәзитте ҡулға тотоп кинәнеп уҡыуға бер ни ҙә етмәй һәм электрон вариантта мәҡәләләр тулы килеш баҫылмай.
Юлай ИШМӨХӘМӘТОВ

Автор:
Читайте нас