Сараның тәүге өлөшө Өфөлә уҙҙы. Унда 2030 йылға тиклемге БР-ҙың социаль-иҡтисади стратегияһы инициативалары ҡаралды. Кәңәшмә Внешэкономбанктың рәйесе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм интеграция буйынса моноҡалаларҙы модернизациялау Хөкүмәт комиссияһы янындағы эш төркөмө етәксеһе Ирина Макиева, БР иҡтисад үҫеше министры Сергей Новиков ҡатнашлығында үтте.
Ирина Владимировна иң тәүҙә Өфөлә үткән Стратегик сессияға саҡырыуҙары өсөн Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа рәхмәтен белдерҙе һәм монопрофилле муниципаль берәмектәр етәкселәренә моноҡала үҫеше паспортын эшләгән саҡта төп һорауҙарға иғтибар итеүҙәрен һораны (РФ-ның һәр бер моноҡалаһы иҡтисадты, ҡала мөхитен, кеше капиталын үҫтереүҙе үҙ эсенә алған ҡала үҫеше паспорты әҙерләгәйне).
Шулай уҡ Ирина Макиева ҡала халҡының яҡшы яҡҡа үҙгәрештәрҙе һәр ваҡыт тойомлап тороуы һәм үҙҙәренең дә төрлө идеялары менән был процеста ҡатнашыуына иғтибар бүлеүҙе билдәләне. Инвестициялар йәлеп итеү һорауҙары ла кәңәшмәнең үҙәгендә булды. Һәр кешенең Ирина Макиеваға һорау биреү мөмкинлеген ҡулланып, Борис Беляев, Йылдам үҫеш биләмәләренең буласаҡ резиденттарына мөлкәтте арендаға биргән саҡта муниципалитеттар льготалар бирә аламы икәнен асыҡлап китергә булды. «Муниципалитеттарҙың ундай хоҡуғы бар, әммә ҡыйынлыҡтар ҙа етерлек. Һеҙ инвесторҙар өсөн көрәшергә тейешһегеҙ, һеҙ бит иң тәүгеләрҙән булып был статусты алыусылар. Башлыҡтарҙы агрессив эшмәкәрлеккә саҡырам. Иң яҡшы шарттар тәҡдим итеп, инвесторҙарҙы йәлеп итегеҙ, улар өсөн көрәшегеҙ. Һеҙҙең ҡала халҡының киләсәктәге уңышы тик шунан ғына тора бит», - тип тамамланы һүҙен Ирина Владимировна.
Фото ҡала хакимиәте сайтынан